БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘСЕТЛЕ РАЙОНЫ
МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ
«РАЙОН МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО»
АВТОНОМИЯЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
logo
МУНИЦИПАЛЬНОЕ АВТОНОМНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ
«РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ»
МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА МЕЧЕТЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН»
452550, Республика Башкортостан, Мечетлинский район, с. Большеустьикинское, ул. Ленина, д.19
тел. +7 (347-70) 2-10-91, факс: +7 (347-70) 2-10-94; e-mail: mechetlinskiyrdk@mail.ru

БЕҘ БЕРГӘ

Яңы Мишәр мәҙәниәт йортонда бөтә яҡтан да әһәмиәтле булған һәм тәрән йөкмәткеле концерт үтте. Ул – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә арналды. Концерттан килгән аҡса ла яугирҙәребеҙгә ебәреләсәк.

Концертта район мәҙәниәт йорто һәм Яңы Мишәр мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр коллективтары артистары сығыш яһаны.

Ауыл хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров : ” Был махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү өсөн ойошторолған хәйриә концерты. Концертҡа килеп, беҙҙең батырҙарыбыҙға теләктәшлек белдергән һәр кемгә рәхмәт!”-тип барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе.