БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘСЕТЛЕ РАЙОНЫ
МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ
«РАЙОН МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО»
АВТОНОМИЯЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
logo
МУНИЦИПАЛЬНОЕ АВТОНОМНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ
«РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ»
МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА МЕЧЕТЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН»
452550, Республика Башкортостан, Мечетлинский район, с. Большеустьикинское, ул. Ленина, д.19
тел. +7 (347-70) 2-10-91, факс: +7 (347-70) 2-10-94; e-mail: mechetlinskiyrdk@mail.ru

Своих не бросаем

Ләмәҙтамак ауыл биләмәһендэге культура йорттары “Своих не бросаем” акцияһында ҡатнашты. Ләмәҙтамак, Һөлэймэн, Һабанак мәҙәниәт йорттары ҙур концерт программаһы әҙерләгәйне. Бер минутлыҡ тынлыҡ менән вафат булған яугирҙәрҙе иҫкә алыуҙан башланып китте акция – концерт. Программалагы һәр сығыш номеры патриотизм рухы менән һуғарылып,бер береһен тулыландырып, үрелеп барҙы.
Галлямов Дим ағайға, Аглетдинов Миндияр ағайға “Һуғыш йылы балалары” миҙалы тапшырылды. Уларҙың оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт юлы тураһында Ҡошсо ырыуының кор башы Хафизов Эхмэтнур ағай һөйләп үтте. Ауыл хакимиәте башлығы Раил Юламан улы рәхмәт хаты тапшырып ветерандарҙы ҡотланы. Акцияға Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡушылды. Күтәренке рухта, ойошҡанлы үткән митинг-концерт изге теләктәр менән тамамланды. Беҙ үҙебеҙҙекеләр зе ташламайбыз! Беҙ тыныслыҡ яҡлы! Иҫән һау әйләнеп ҡайтығыҙ һалдаттар!