БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘСЕТЛЕ РАЙОНЫ
МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ
«РАЙОН МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО»
АВТОНОМИЯЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
logo
МУНИЦИПАЛЬНОЕ АВТОНОМНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ
«РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ»
МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА МЕЧЕТЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН»
452550, Республика Башкортостан, Мечетлинский район, с. Большеустьикинское, ул. Ленина, д.19
тел. +7 (347-70) 2-10-91, факс: +7 (347-70) 2-10-94; e-mail: mechetlinskiyrdk@mail.ru

Кәкүк сәйе

Кәкүк сәйе — йылдың уңышлы килеүен теләп, борон-борон замандан үткәрелә торған байрам йолаһы. Ул ғәҙәттә май айында үткәрелә.
Бөгөн беҙҙә лә “Кәкүк сәйе” байрамы үтте.
Сараны Оло инәйҙәрҙең, апай -ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың йылдың матур килеүен, ашлыҡ-бесәндең уңыуын, илгә ырыҫ ҡуныуын, халыҡҡа иман ҡайтыуын ,ямғыр яуыуын теләүҙән башланыҡ. Артабан «Кәкүк сәйе» йолаһының ҡайҙан килеп сыҡҡанлығы хаҡында һөйләнек. Байрамға Кәкүк ҡыҙ ҙа килеп етте. Урманда үҙебеҙҙе тотоу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөк. Байрам балалар менән йырҙар йырлап, бейеп, уйындар уйнап, шиғырҙар һөйләп дауам итте.
Уңған хужабикәләр әҙерләгән тамлекәстәр менән сәй эстек.
Байрам тамамланыуға табындан ҡалған ашамлыҡтарҙы, һөттө,бутҡаны теләктәр теләп ағас аҫтына ҡалдырҙыҡ.