БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘСЕТЛЕ РАЙОНЫ
МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ
«РАЙОН МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО»
АВТОНОМИЯЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
logo
МУНИЦИПАЛЬНОЕ АВТОНОМНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ
«РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ»
МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА МЕЧЕТЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН»
452550, Республика Башкортостан, Мечетлинский район, с. Большеустьикинское, ул. Ленина, д.19
тел. +7 (347-70) 2-10-91, факс: +7 (347-70) 2-10-94; e-mail: mechetlinskiyrdk@mail.ru

Илебеҙгә именлек теләп… Мәсетле районының Яңы Мишәр мәҙәниәт йортоноң “Ауылым ынйылары” фольклор коллективы матур йола башҡарған.

Ҡар һыуына барыу — башҡорттар араһында киң таралған йола. Яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән ул.

Оло инәйҙәр бала-сағаға, сирле-сырхауға им итер өсөн ҡар һыуын йыйып ҡалырға тырышҡан. Сөнки ул һыу таҙа урындан алынһа, өҫтөнә доға “ябылһа” (доға уҡылһа), тыныс урында ултырһа, боҙолмай, айҙар буйы еҫләнмәй, шифалы сифаттарын юғалтмай. Ҡыш буйы ялҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған был йола. Уның өсөн көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләнгән. Ул тирәлә сүп-сар ташлау, ярау итеү тыйылған. Ауылдан ярты саҡрым тирәһе алыҫлыҡтағы урын һайланған.

Ер асыла төшкәс, йәш ҡыҙҙар һәм килендәр көйәнтәләргә биҙрәләр элеп, йырлашып, ҡар һыуы алып ҡайтҡандар. Имен-аман уны алып ҡайтып самауырҙар ҡуйып, яҙ ҡоймағы ҡойоп, табындарға йыйылғандар. Бындай һыу баланы күҙ тейеүҙән һаҡлай тигән инаныу ҙа йәшәгән. Хатта боронғолар ҡар һыуын «зәм-зәм» тип тә йөрөткән.

Ошондай матур йоланы Мәсетле районының Яңы Мишәр мәҙәниәт йортоноң “Ауылым ынйылары” фольклор коллективы ла башҡарған. Ҡыҙҙар илебеҙгә именлек теләп, таҫмалар элгән. Ҡыш буйы йыйылып килгән ҡайғы-ауырыуҙар һыу менән ағып китһен, тигән теләктәр теләгәндәр.